Сентябрҙә «Нур» татар театры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса спектаклен тәҡдим итәсәк

Сентябрҙә «Нур» татар театры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса спектаклен тәҡдим итәсәк

Өфөнөң «Нур» татар театры яңы 28-се театр миҙгелендә беренсе премьераға әҙерләнә. Ул – Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Айгөл иле» романтик драмаһы.

Премьера 2019 йылдың 27-28 сентябрендә була. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең  100 йыллығына арнала.

Режиссер – Зиннур Сөләймәнов, рәссам – Лилиә Сөләймәнова, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов, видеоинсталляция буйынса рәссам – Урал Мәхийәнов, костюмдар буйынса рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.

Төп ролде – Айгөлдө актрисалар Айгөл Юнысова һәм Илгизә Муллабаева уйнай. Ричард ролендә – Илшат Салауатов һәм Азат Вәлиуллин; Зөлхәбирә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамира Сәйетова һәм Ирина Ғәниева; Пиккио – Эльмир Ғәзизуллин һәм Эльмир Хайертдинов; Илдар – Марат Хәсәнов, Миләүшә – Рида Фәхрисламова һәм Эльвира Биғәлиева; Йөҙөм – Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рәсимә Ғәйфуллина; Миңлекәй – Башҡортостандың халыҡ артисы Фина Вәлиева һәм башҡалар.

Сығанаҡ: Татарский театр “Нур” представит в сентябре премьеру по пьесе Мустая Карима

 

Сентябрҙә «Нур» татар театры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса спектаклен тәҡдим итәсәк
Сентябрҙә «Нур» татар театры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса спектаклен тәҡдим итәсәк

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb