Тарихсы Фәрит Вәхитовтың "Генерал Шайморатовтың триумфы һәм фажиғәһе" исемле китабы донъя күрҙе

Тарихсы Фәрит Вәхитовтың "Генерал Шайморатовтың триумфы һәм фажиғәһе" исемле китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә тарихсы Фәрит Вәхитовтың "Генерал Шайморатовтың триумфы һәм фажиғәһе" ("Триумф и трагедия генерала Шаймуратова") исемле китабы сыҡты. Баҫмала Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо һәм хәрби эшмәкәрлеге һүрәтләнә.

Фәрит Вәхитов – билдәле журналист, тарихсы, Бөйөк Ватан һуғышы темаһын ентекле өйрәнә. Китап үҙәк һәм төбәк архивтары материалдарына, башҡа документаль сығанаҡтарға нигеҙләнгән. Автор легендар геройҙың әҙәби образын тыуҙырырға ынтыла.

Баҫма төрлө йәштәге китап уҡыусыларға, шул иҫәптән урта һәм өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән.

Китапты нәшриәт магазиндарында ла, онлайн да һатып алырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb