Танылған музыка белгесе Эльмира Давыдова арабыҙҙан китте

Танылған музыка белгесе Эльмира Давыдова арабыҙҙан китте

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре , музыка белгесе Эльмира Минһаж ҡыҙы Давыдова 1940 йылдың 1 февралендә Ҡырғыҙстанда  тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһын, артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.

Башҡортостан радио – телевидение тапшырыуҙары комитетында музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире, Башҡортостан филармонияһында  лектор-музыка белгесе, Башҡортостан композиторҙар берлегендә яуаплы сәркәтип, институтта фәнни хеҙмәткәр булып эшләй.

Эльмира Давыдованың фәнни һәм ижтимағи эшсәнлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ул республика һәм дәүләт бүләктәренә лайыҡ була. Эльмира Минһаж ҡыҙы тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb