"Тамыр" телеканалы Мәскәүҙә яҡташтарына концерт бүләк итте

"Тамыр" телеканалы Мәскәүҙә яҡташтарына концерт бүләк итте

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы Хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының«Нурлы баласаҡ» концерты үтте.

Балаларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, РФ Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, Мәскәүҙә БР дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе Ринат Фәйзуллин, Мәскәүҙә Башҡорттар Ҡоролтайының беренсе урынбаҫары Альфред Вәлиев сәләмләне.

- Мәскәү балаларының ата-әсәләре күптән "Тамыр" ҙың концерт менән килеүен һорай ине. Быйыл был эште тормошҡа ашыра алдыҡ һәм Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында Мәскәү үҙәгендә ысын мәғәнәһендә бала саҡ байрамы уҙҙы. Илебеҙҙең баш ҡалаһына музыкаль сәйәхәт "Тамыр" балаларының хәтерендә ҡаласаҡ. Яҡташтарыма Мәскәүҙә йәшәп тә, балаларға туған мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләргә һәм туған телгә өйрәтергә тырышҡандары өсөн рәхмәт, - тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb