Тамашасылар һорауы буйынса М.Ғафури исем. Башдрамтеатры Стәрлетамаҡ ҡалаһында!

Тамашасылар һорауы буйынса М.Ғафури исем. Башдрамтеатры Стәрлетамаҡ ҡалаһында!

Тамашасылар һорауы буйынса 22 ноябрь 19:00 сәғәттә Мәжит Ҡафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов, А.Ишбулдина, реж. - И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән –  Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры сәхнәһендә. Был спектакль Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сэргэ» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: «Иң яҡшы актер ансамбле» һәм «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн», 2016; «Театр яҙы» Республика фестивалендә «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында билдәләнде, Өфө, 2017; «Коляда-рlays» заман драматургияһы Халыҡ-ара театр фестивалендә «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында билдәләнде, Екатеринбург, 2017.

Рәссам–ҡуйыусы - А.Нестеров, композитор - И.Яхин.
Ролдәрҙә: А.Кәбиров, У.Әминов, Р.Баймырҙин, Ф.Рәхмәтов, М.Рафиҡов, А.Шәмсетдинов, А.Йосопов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb