«Сәғит... Сәғиҙулла... Сәғидуллушка!..» исемле китаптың исем туйы....

«Сәғит... Сәғиҙулла... Сәғидуллушка!..» исемле китаптың исем туйы....

17 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Сәғиҙулла Байегеттең китабының исем туйы уҙа. «Сәғит... Сәғиҙулла... Сәғидуллушка!..» исемле китап башҡорт телендә яҙылған.

Автор һүҙҙәренсә, хәтирәләре аша ул тамашасыларға үҙенең тормошо хаҡында бәйән итергә теләй. Үҙе яҙғанса, ул тормошто нисек бар, шулай ҡабул итә.

«Әгәр һеҙ яратҡан артисығыҙҙың тормошо һәм ижады тураһында белгегеҙ, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙға яуап алғығыҙ килһә, көтәбеҙ. Осрашыу башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә уҙғарыла», — тип хәбәр итте китапхананың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айгөл Япарова.

Сарала актерҙан автограф алырға мөмкин. Осрашыу көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb