“Сәнғәт төнө” бөтөн Рәсәй акцияһына Благовар районы ла ҡушылды

“Сәнғәт төнө” бөтөн Рәсәй акцияһына Благовар районы ла ҡушылды

Йыл һайын уҙғарылған “Сәнғәт төнө” бөтөн Рәсәй акцияһына Благовар районы ла ҡушылды. Мәҙәниәт йорттары, китапханалар хеҙмәткәрҙәре ошо уңайҙан мәҙәни һәм ҡул эштәренә оҫталыҡты күрһәтеү саралары ойошторҙо. Мәҫәлән, район мәҙәниәт йортонда “Алдар һәм һоро бүре” йәнһүрәте, “Иван-Купала” йолаһынан өҙөк күрһәтелде, “Ҡорама мозаика” оҫталыҡ дәресе үтте. Благовар халҡы үҙәк китапханала уҙғарылған “Сәнғәткә йөрәгеңде ас” программаһында ҡатнашып, күңел асып ҡына ҡалманы, ә белемен арттырҙы, тарихи-этнографик музейҙа комсомол ойошмаһының 100 йыллығына арналған “Мөхәббәт, комсомол һәм яҙ” тематик күргәҙмәһен ҡарап кинәнде.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb