Сәхнә һөйөүселәрҙе «Театрлаштырылған күренеш» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Сәхнә һөйөүселәрҙе «Театрлаштырылған күренеш» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы Сәхнә һөйөүселәрҙе «Театрлаштырылған күренеш» конкурсында ҡатнашырға саҡыра. «Театрлаштырылған күренеш» –  башҡорт әҙибенең әҫәренән өҙөктө сәхнәләштереү. 

Конкурстың маҡсаты – башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был конкурсҡа монолог, диалог йә коллектив сығыш рәүешендә эштәр ҡабул ителә. Шәхси сығыштар һәм күмәк сәхнә айырым баһаланасаҡ. 

Конкурс эштәре мотлаҡ 
• әҫәрҙең исеме, авторы, 
• ҡатнашыусының исем-шәрифе, йәше, 
• уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районды мотлаҡ яҙырға) , уҡытыусы исеме (әгәр булһа) 
• телефоны, электрон адресы 
менән билдәләнергә тейеш. 

Баһалағанда видеороликтың эстетик биҙәлеше,телмәр тәьҫирлеге, һөйләү белеү оҫталығы иҫәпкә алына. 3-10 минутлыҡ видеояҙманы үҙ сәхифәгеҙҙә #ҡоролтай #Башҡорттелекөнө 
хештегтары менән билдәләгеҙ. 

Конкурстың положениеһы менән Ҡоролтайҙың «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми битендә https://vk.com/kurultaibashkir һәм Башҡорт теле көнөнә үткәрелгән саралар сәхифәһендә https://vk.com/bashkorttelekono танышырға мөмкин. 
Эштәр 8 декабргә тиклем ҡабул ителә. 

Конкурсҡа йомғаҡ жюри тарафынан декабрҙә яһала. Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты социаль селтәрҙәрҙә иғлан итәләсәк.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-31-62, 246-32-47. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb