Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе XXVIII ижад миҙгелен асты

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе XXVIII ижад миҙгелен асты

29 сентябрҙә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе XXVIII ижад миҙгелен асты. Ошо уңайҙан тамашасы иғтибарына ҙур концерт программаһы күрһәтелде. Владимир Турченко дирижерлығында рус халыҡ ҡоралдары оркестры сығышында билдәле классик көйҙәр, башҡорт һәм рус халыҡ йырҙары яңғыраны. Программа шулай уҡ дуэттар менән дә һоҡландырҙы. 
Быйылғы репертуар төрлө сараларға, юбилей кисәләренә бай булмаҡсы. Әйткәндәй, 3 октябрҙә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ижад миҙгелен премьера менән аса. Ижади коллектив был юлы тамашасыларына Мөхәмәтша Буранғоловтың "Ашҡаҙар" әҫәрен тәҡдим итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb