Стәрлетамаҡ филармонияһы Ырымбур өлкәһенә гастролгә юллана

Стәрлетамаҡ филармонияһы Ырымбур өлкәһенә гастролгә юллана

14-18 декабрҙә Ырымбурҙа һәм Ырымбур өлкәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһының гастролдәре уҙа. Артистар «Урал легендалары» мюзиклын һәм «Нурлы-йырлы донъя» концерт программаһын тәҡдим итәсәк.

Тамашаларҙа башҡорт халҡының батырҙарын данлаған ҡобайырҙар, оҙон көйҙәр, тыуған ил һәм тәбиғәт тураһында әйтештәр, халыҡ йырҙары, героик марштар, оҙон көйҙәр, шаян бейеүҙәр башҡарыласаҡ.

Ырымбур районында «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң концерттары өлкәнең дүрт ҡала һәм ауылында уҙа:

14 декабрь – Һарыҡташ районының Һарыҡташ ауылы;

15 декабрь - Ҡыуандыҡ ҡалаһы;

16 декабрь – Ҡыуандыҡ районының Ҡороюл ауылы,

17 декабрь - Гай ҡала округының Яңы Воронеж ауылы.

18 декабрҙә киске сәғәт 6-ла Ырымбур ҡалаһында «Экспресс» мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән сағыу, күләмле, эпик музыкаль проект - «Урал легендалары» мюзиклы күрһәтеләсәк. Мюзиклда 60-тан ашыу артист ҡатнаша. Спектаклдә сәхнә инсталляцияһының алдынғы технологиялары, ҡатмарлы декорация, үҙенсәлекле музыка һәм яҡтылыҡ менән оҙатыу, ғәҙәти булмаған сәхнә костюмдары һәм сағыу образдар ҡулланылған.

Төп партияларҙы Илдар Әбдрәшитов, Гүзәлиә Татлыбаева, Фәнил Толонғужин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ғафуан Фазуллин, Гөлназ Иҙрисова, Ришат Хәмитов башҡарҙы. Сценарий авторы - шағир, драматург Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссеры - филармонияның художество етәксеһе Лира Фәйзуллина, композиторы– Урал Иҙелбаев, балетмейстер – Рәмиҙә Мөхәмәтшина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb