Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында премьера

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында премьера

Был юлы ижади коллектив билдәле һүҙ оҫтаһы Михаил Задорновтың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Театр репертуары "Килдең, киттең - хуш, байғош" комедияһы менән тулыланды. Уны режиссер Айҙар Зарипов сәхнәләштергән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айҙар Зарипов быға тиклем Мөнир Ҡунафиндың "Люксембургҡа барып ҡайтҡансы..." спектаклен сәхнәгә сығарғайны. Был ижад емеше менән ул Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзының "Иң яҡшы режиссер эше" номинацияһында еңеү яуланы.

Яңы сәхнә әҫәре лә үҙенсәлекле. Ул Михаил Задорновтың юмор аша ижад ителгән тормошон күҙ алдына баҫтыра. Авторҙың мәрәкәһе һәр заманда ла халыҡсан һәм көнүҙәк булыуы менән алдыра, ти ижади коллектив.

Ҡуйыусы-режиссер Айҙар Зарипов әйтеүенсә, сатирик Михаил Задорновтың автобиографияһынан сыҡҡан был  спектакль. Пьессаның үҙе яҡшы тамамланһа ла, беҙ уның финалын Задорновтың тормошона яҡынайтып үҙгәрттек.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb