С.Т. Аксаков исемендәге әҙәби премияға билдәле Рәсәй яҙыусыһы Юрий Поляков лайыҡ булды

С.Т. Аксаков исемендәге әҙәби премияға билдәле Рәсәй яҙыусыһы Юрий Поляков лайыҡ булды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән заманса әҙәбиәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән, әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек өсөн С.Т. Аксаков исемендәге әҙәби премия Юрий Поляковҡа бирелде.

Юрий Михайлович Поляков (1954 йылда тыуған) – билдәле Рәсәй яҙыусыһы, шағир, публицист, драматург, журналист. Авторға «Сто дней до приказа» (1980, 1987 йылда баҫылып сыҡҡан), һәм «ЧП районного масштаба» (1981, 1985 йылда баҫылған) повестары әҙәби танылыу килтерә. Ике әҫәр ҙә баҫтырыуға тыйыла һәм үҙгәртеп ҡороу барышында ғына донъя күрә.

Юрий Поляков алдынғы заманса драматург, уның пьесалары ҙур уңыш менән Рәсәй, БДБ һәм сит ил театрҙарында бара. С. Говорухин менән авторлыҡта ул «Ворошиловский стрелок» (1997) фильмына киносценарий яҙған.

Юрий Поляков – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ағзаһы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт советы рәйесе, Рәсәй Драматургтар гильдияһы рәйесе, Дуҫлыҡ, Почет,  IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары менән бүләкләнгән, Бунин премияһы лауреаты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb