Совет дипломаты Кәрим Хәкимов хаҡында комикстың презентацияһы үтәсәк

Совет дипломаты Кәрим Хәкимов хаҡында комикстың презентацияһы үтәсәк

20 ноябрҙә күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тыуыуға арналған «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы» проекты менән таныштырыу була. Унда рәссам Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһының ижади төркөмө ҡатнаша.

44 битлек «Абдул-Азиз һәм Кәрим: геройҙар ваҡыты» комиксы башҡорт һәм рус телдәрендә эшләнгән.

Проект Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грант аҡсаһына Башҡортостандың Китапханалар ассоциацияһы әҙерләнгән.

Презентация 16 сәғәттә башлана. Сара YouTube каналында тура трансляция менән видеобәйләнеш буйынса ойошторола. Презентацияны ҡарау өсөн һылтанма: https://youtu.be/DT2KIND9d44/. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb