Сорғот ҡалаһында “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” фестиваленең һайлап алыу этабы үтәсәк

Сорғот ҡалаһында “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” фестиваленең һайлап алыу этабы үтәсәк

31 октябрҙә Сорғот ҡалаһында “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу этабы үтәсәк

Кастингта ҡатнашыу өсөн заман стилендә башҡорт йырҙарын башҡарыусы 16-30 йәшлек йәштәр саҡырыла.

Фестиваль марафоны 18 сентябрҙә Өфө ҡалаһында старт алды. Быйыл фестиваль 28-се тапҡыр ойошторола, һайлап алыу турҙары Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың бер нисә зонаһында үткәрелә. Проектта еңеүсе 300 мең һумлыҡ призға эйә буласаҡ һәм ҙур сәхнәгә сығырға әҙерләнеү өсөн тәжрибәле продюсер ҡулына эләгәсәк.

“Йәшлек шоу” фестиваленең продюсеры – Рөстәм Ғиззәтуллин. Жюри составына билдәле башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ингән.

Кастингта ҡатнашыу өсөн http://yashlek-show.ru сайтында регистрация үтергә кәрәк.

Белешмәләр өсөн телефон: +79177754540 – Колесникова Ольга.

Фестивалде ойоштороусылар – БР мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb