Башҡорт кейеме флешмобы дауам итә

Башҡорт кейеме флешмобы дауам итә

17 мартта социаль селтәрҙәрҙә Башҡорт кейеме флешмобына старт иғлан ителде. Конкурс элеге көндә дауам итә.

«Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытайыҡ», – тинеләр ойоштороусылар.

Шарттар ябай: башҡорт милли кейемендә төшкән фотоһүрәттәрегеҙҙе Бәйләнештә, Фейсбукта йә иһә Инстаграмда #Ҡоролтаймилликейем #КурултайНациональныйкостюм хештегтары менән һалығыҙ. Өҫтөгөҙҙөге кейем ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы, ҡайһы төбәккә хас биҙәктәр менән биҙәлгән-ошо мәғлүмәтте лә яҙырға онотмағыҙ.

Сығанаҡ:https://kulturarb.ru/ru/news/v-internete-startoval-fleshmob-kurultajnacionalnyjkostyum 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb