Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Сочиҙа «ЛиФФт» Бөтә Рәсәй әҙәбиәт фестивале лауреаты Марсель Сәлимовтың Симферополдә донъя күргән «Аллалар менән һөйләшеү» китабының исем туйы үтте. Сара А.С.Пушкин исемендәге китапханала үтте.
Ҡара диңгеҙ буйындағы асыҡ майҙансыҡта шағир-юморист үҙенең шиғырҙарын уҡыны һәм китапханаға автографлы китаптарын бүләк итте.
«Евразия тауыштары» китаптар серияһында сыҡҡан ошо шиғри йыйынтыҡтың исем туйы Ҡырымда, Махачкала һәм Ярославль ҡалаларында ла уҙа.
Исем туйы III «ЛиФФт» Евразия әҙәбиәт фестивале барышында ойошторолдо. Программала «Заманса Евразия яҙыусылары» антологияһы күрһәтелде. Тәүге Евразия антологияһында 27 илдән 50 авторҙың әҫәрҙәре тупланған. Унда Мар. Сәлимдең башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә шиғыры баҫылған.