Силәбелә Сергей Чекмарев уҡыуҙары үтте

Силәбелә Сергей Чекмарев уҡыуҙары үтте

Күптән түгел Силәбелә Сергей Чекмарев уҡыуҙары үтте, күләмле сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Авторҙың үҙе үлгәндән һуң 23 йыл үткәс баҫылған китаптары оло быуынды ғына түгел, йәштәрҙе лә уйландыра. Шуға ла күрше төбәктә ойошторолған әҙәбиәт байрамында ҡатнашыусылар араһында билдәле шағирҙар менән бер рәттән студенттар ҙа ҡатнашты.

Һәр сығыш яһаусы Сергей Чекмаревтың тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләп, уның башҡорт ерен яратыуын билдәләне. Мәскәүҙә тыуып үҫкән егет Уралға килеп, зоотехник булып эш башлай. Хәйбулла, Ейәнсура райондары тәбиғәтенә һоҡланып, шиғырҙар яҙа. Бер нисә йыл рәттән был төбәктәрҙә Чекмарев иҫтәлегенә әҙәби осрашыуҙар үткәрелә.

Силәбеләге хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар үҙ-ара аралашып, ижадсы тураһында төшөрөлгән документаль фильм ҡараны.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb