Силәбелә Кәтибә Кинйәбулатованың ижадына арналған хәтер кисәһе үтте

Силәбелә Кәтибә Кинйәбулатованың ижадына арналған хәтер кисәһе үтте

Алыҫ араларҙы яҡынайтҡан кисәлә Башҡортостан республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашты. Сара Силәбе өлкәһенең Ҡолой ауылы китапханаһында үтте, кисәне ойоштороуҙа өлкәнең Магниторскиҙағы "Аҡ ҡауырһын", Арғаяш районындағы "Таң нурҙары" әҙәби бүлексә ағзалары ҡатнашты.

Кәтибә Кинйәбулатованың Өфөнән килгән яҡындары әҙибә хаҡында иҫтәлектәрен һаҡлауҙары өсөн өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә рәхмәтен еткерҙе.

Кәтибә Кинйәбулатованың изге рухына бағышлап аят уҡырға ҡунаҡтар Биҡҡол ауылына юлланды. Ҡәберлегенә сәскәләр һалды, шиғырҙарын уҡыны. Кәтибә ханымдың туғандары ил инәһенең аманатын тотоп аралашып йәшәй. Улар төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған шәхестәр.

Арғаяш мәҙәниәт йортонда райондың почетлы гражданины Зәйтүнә Хәйруллинаға Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге премия тапшырылды.

Силәбе өлкәһендә Аҡмулла әҙәби берекмәһе тырышлығы менән милли әҙәбиәт күгендә эшләүселәр өсөн өс премия булдырылған. Береһе Сосновка районында Ғәлимов Сәләм исемен йөрөтә, икенсеһе Арғаяш районында Кәтибә Кинйәбулатоваға бағышланған һәм өсөнсөһө Ҡоншаҡ районында Ҡадир Даян исемендәге премиялар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb