А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башкорт театры сәхнәһендә тамашасыһыҙ премьера уҙҙы

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башкорт театры сәхнәһендә тамашасыһыҙ  премьера уҙҙы

27 мартта, Бөтә Рәсәй театр көнөндә, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башкорт драма театры сәхнәһендә «Йәшлегем тирәктәре» спектакленең премьераһы уҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, премьера тамашасыһыҙ үтте, әммә тамашасылар онлайн-трансляцияһын ҡаранылар.

Драманы ҡуйыусы-режиссер Вадим Ғилманов, рәссам Айнур Юнысбаев, композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмә-кәре һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев сәхнәгә сығарҙы.

«Драманың авторы Кәбир Аҡбашев бөгөнгө көндә иҫән булһа, был сәхнә әҫәренә бик ныҡ шатланыр ине. Шуныһы ҡыуаныслы – тура эфирҙа уның балалары ла ҡатнашты. Интернет селтәрҙәре алыҫ араларҙы яҡынайта шул... Аяныслы йылдарҙы һүрәтләгән тамашаны күҙ йәше түкмәйенсә ҡарап булмай... Һуғыш ваҡытындағы афәтте, ғәрәсәтте йәш быуынға еткереү маҡсаты менән һөйләгән Ҡотлозаман бабайҙың хәтирәләре (йәш сағы – артист Айбулат Ғүмәров, оло сағы – Башҡ. халыҡ артисы Риф Сәйфуллин тауышы), һис шикһеҙ, бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр ул», - тинеләр театрҙа.

Әйткәндәй, был спектакль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыллына бағышлана.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/sibajskij-gosbashdramteatr-im-amubaryakova-predstavil-zritelyam-premeru-spektaklya-v-rezhime-onlajn 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb