Сибай башҡорт драма театры коллективы йәйге гастролгә сыҡты

Сибай башҡорт драма театры коллективы йәйге гастролгә сыҡты

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 88-се ижад миҙгелен уңышлы тамамлап, республикабыҙҙың райондарына йәйге гастролгә юллана. Сибай театрының коллективы ҡуйыусы-режиссер Вадим Ғилманов сәхнәләштергән яҙыусы Айгөл Әхмәтғәлиеваның «Ул бит кисә ине» комедияһын Баймаҡ ҡалаһы һәм районы халҡын ҡарарға саҡыра. Һәм дә күренекле режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар!», һәм Наил Fәйетбаевтың «Хазина» спектаклдәре менән йәйге гастролгә сыға.

«Ул бит кисә ине» комедияһы: Маңлайыңа яҙылған яҙмышынды үҙгәртеп була микән? Нимә ул бәхетле тормош? Бер түбә аҫтында икәүләп йәшәп тә, айырым йәндәр булып ғүмер итеү өсөн йәшәйбеҙме ни? Бәлки һинең яҙмышың эргәңдә генә йәшәйҙер? Әммә аҙ ғына сабырлыҡ кәрәк! Әгәр һинең яуырыныңда уңышһыҙ тәжрибәле тормош булһа лә, үҙ-үҙенә тәре ҡуйырға ярамай. Ысын мөхәббәт бәлки уйламаған ерҙә тоҡанып китер! Дилара һәм Әсҡәт тап шундай хәлдә булалар. Осраҡлы ғына осрашыуҙан башланып китә яңы тормош. Әммә барыһы ла шулай ябай булмай шул. Мөнәсәбәттәргә күршеләр ҡыҫылмай буламы һуң инде? Тамашасылары ғәҙәти булмаған, күңелле, иҫ китмәле ҡыҙыҡ ваҡиғалар көтә.

«Китмәгеҙ, торналар!» драмаһы: Спектаклдә йәмғиәтебеҙҙең иң актуаль темаларҙың береһе күтәрелә. Һүҙ зарарлы ғәҙәт тураһында бара, кеше уларҙан арына алмай, йәмғиәттә ошондай проблема барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, ғаиләләр тарҡала, ауырыу балалар тыуа! Ғаилә – дәүләттең нигеҙе. Үҫеп килгән быуынды һау-сәләмәт үҫтереү тик тулы, сәләмәт ғаиләлә ғенә мөмкин. Автор Таңсулпан Ғарипова әйтеүенсә, был спектаклде бер тапҡыр ҡарағандан һуң ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла үҙенең ғаиләһен ул хәлгә еткәрмәйәсәк! Ҡуйыусы-режиссер – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов, был әҫәрҙең өҫтөндә эшләп, үҙ алдына ҡуйған бурыс – тамашасы ҡабат-ҡабат яҙмышы һәм йәшәү мәғәнәһе өҫтөндә уйланырға, яҡыныңды яратыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, бәләгә тарыҡҡандарға ярҙам ҡулы һуҙыу. Әгәр тамашасы күңеле әҙ генә булһа ла тетрәнә икән – тимәк, режиссер маҡсатына өлгәшкән! «Китмәгеҙ, торналар» – ул күңелдең яфаланыу тауышы. Һәм был тауышты ишетһен ине миллиондар!

«Хазина» трагикомедияһы: Fаилә йылына бағышланған трагикомедияла ваҡиға бөгөнгө көндәрҙә бара. Спектакль ҡыҙыу хәрәкәтле күренештән башлана – баҙҙа хазина табылған! Табыусыларҙың һәр береһе үҙенә ҙурыраҡ ҡальяны эләктерергә  тырыша. Әммә бер кемдә был хәл нимә менән тамамланыуын күҙ алдына ла килтерә алмай әле. Уларҙы нимә көтә? Кемгә эләгер хазина, бәлки уның бер кемгә лә кәрәге лә теймәҫ! «Хазина» спектакле бөгөнгө көндөң мөһим социаль мәсьәләләрен күтәрә, кешеләрҙе иманлы булырға, бер-береңдең ҡәҙерен белергә саҡыра, фәһем, ғибрәт алырға өндәй.

Сибай башҡорт драма театры коллективы йәйге гастролгә сыҡты
Сибай башҡорт драма театры коллективы йәйге гастролгә сыҡты
Сибай башҡорт драма театры коллективы йәйге гастролгә сыҡты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb