Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына- 60 йыл

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына- 60 йыл

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының барлыҡҡа килеүенә ошо көндәрҙә 60 йыл тулды. Музей директоры, тарих фәндәре кандидаты Альбина Ярмуллина белдереүенсә, ул 1959 йылда мәктәп тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ барлыҡҡа килә. 1993 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Сибай ҡала музейы хәҙерге бинала үҙ эшен дауам итә һәм халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын йыйыу, туплау, һаҡлау менән бер рәттән ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара. 

— Беҙ бар ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙы ғилми яҡтан өйрәнеп, киләһе быуындарға, йәштәргә ҡомартҡы итеп ҡалдырырға тырышабыҙ, экспонаттарҙы тулыландырыуҙы дауам итәбеҙ, фондтарҙы туплайбыҙ. Йылдан-йыл музей фонды байый, үҫә, тулылана. Беҙҙең музей төбәктә генә түгел, ә республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Уның фондында 10 меңдән ашыу экспонат тупланған һәм йөкмәткеле, бик бай экспозиция залдары төҙөлгән, — ти Альбина Зөфәр ҡыҙы.

Музей хеҙмәткәрҙәре заман менән бергә атлай, төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша, призлы урын ала. Сибай музейы менән “Виртуаль сәйәхәт”тә танышыу мөмкинлеге лә булдырылған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb