Сибай концерт-театр берекмәһе "Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо" исемле концерт менән гастролдәргә сыға

Сибай концерт-театр берекмәһе "Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо" исемле концерт менән гастролдәргә сыға

Сибай концерт-театр берекмәһенең артистары "Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо" исемле бай йөкмәткеле концерты менән гастролдәргә сыға.
Тамашалар: 15 май - Ейәнсура районы Абҙан ауылында, 16 май - Аҡъярҙа, 17 май - Иҫке Собханғолда үтә.
Тамашала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Марс Ишморатов, Раушан Ниязғолов, “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Зәлиә Нурлы, Зәбирә Әминева, Дим Шәрәфиев һәм башҡалар ҡатнаша. 
Концерттар киске сәғ. 7-лә башлана.

Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Ҡурай-гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уларҙы ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба.
Сибай филармонияһы коллективы нәҡ ошо уйын ҡоралдарына мәҙхиә менән үҙенең концертын тамашасыларына еткерә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb