Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Фронтовичка” драмаһы премьераһына саҡыра

Сибай дәүләт башҡорт драма театры  “Фронтовичка” драмаһы премьераһына  саҡыра

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 20 - 21 октябрь “Фронтовичка” драмаһы премьераһына (Анна Батурина, реж. Илсур Ҡаҙаҡбаев) саҡыра.

“Фронтовичка” пьесаһының төп геройы - Мария Небылица. 24 йәшлек ҡыҙ һуғыштан һуң хәрби госпиталдән тура Уралға юллана, сөнки бында уның һөйгәне Матвей Кравчуктың әсәһе йәшәй. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡа уның барыр урыны ла юҡ. Тыныс тормошта ҡыҙ нисек йәшәр, ни менән шөғөлләнер, бәлки, командиры кәңәш иткән заводҡа эшкә барыр?

Әлегә ул киләсәк тормошоноң яҡты буласағына ышана, өмөт итә, сөнки иң ауыры артта ҡалды. Уны нисек ҡаршы алырҙар, яңы ерҙә үҙенә урын табырмы ул? Баҡтиһәң, тыныс тормошта ла көрәшергә, иң тәүҙә үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк икән дә баһа...

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb