Сибай башҡорт драма театры Салауат Әбүзәровтың "Ғүмерлек ғазап" спектакле менән сәфәргә сыға

Сибай башҡорт драма  театры Салауат Әбүзәровтың "Ғүмерлек ғазап" спектакле менән сәфәргә сыға

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма  театры Салауат Әбүзәровтың "Ғүмерлек ғазап" спектакле менән сәфәргә сыға.  4 июндә - Баймаҡ районы Урғаҙы, 5 июндә - Хәйбулла районы Маҡан, 6 июндә - Аҡъяр ауылдарында үтәсәк спектакдәр  20.30 сәғәттә башлана.

Сибай дәүләт башҡорт драма театрының танылған режиссеры Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән «Ғүмерлек ғазап» спектакле лә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә лә күп тамашасыны йыйҙы.

Ваҡиғалар егерменсе быуаттың 70-се йылдарында бара. Әҫәрҙең төп геройы Сәлмән  һуғышта әсирлеккә эләгеп, Бухенвальд лагерының барлыҡ ғазаптарын татып, шунда ла бөгөлөп төшмәгән ир өсөн тыуған яғына ҡайтҡас та алыш тамамланмай. Әсир, һатлыҡйән, пленник тигән мөһөр тағып ҡуялар. Был мөһөр уның ғаиләһенә – ҡатыны Ғәлимәгә,  улы Шамилға ла  тынғы бирмәй. Бер туҡтауһыҙ хәрби комиссариаттан тикшереп килеү, төпсөнөү-соҡсоноу. Еңеү байрамына башҡаларҙы саҡырғанда ул ситтә ҡала. Ә инде Мәхмүт бригадир ҙа күршеһен бандиттан ғына һалдыра, мәктәпте тамамлап, эш һорап килгән улы Шамилды, һатлыҡйән балаһына эш юҡ, тип кире бороп сығара. Юҡ, һатлыҡйән булмай Сәлмән. Яу ҡырында иҫ киткес батырлыҡ күрһәтә. Ҡаһарманлығы өсөн үҙен ике тапҡыр Ҡыҙыл йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләгән булғандар ҙа бит. Әммә был наградалар уны бик һуң, бик һуң – үҙе вафат булғандан һуң ғына эҙләп таба.

Белешмәләр өсөн телефон 89272389373

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb