Сибай башҡорт драма дәүләт театры “Әүлиә” исемле спектакле менән райондар буйлап сәфәргә сыға

Сибай башҡорт драма дәүләт  театры “Әүлиә” исемле  спектакле менән райондар буйлап сәфәргә сыға

Сибай театры Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” әҫәре буйынса “Әүлиә” исемле  спектакле менән райондар буйлап сәфәргә сыға.

Спектаклде сәхнәгә күренекле режиссер, театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимов сығара.

Мөжәүир хәҙрәттең илаһи ҡөҙрәтен, алдан күреү һәләтен,ҡәрәмәттәрен үҙ күҙҙәре менән күреп белеүсе замандаштары уны үҙе иҫән сағында уҡ башҡорттоң бөйөк әүлиәһе тип нарыҡлай. Ул бағымсы булараҡ та, үҙенә мөрәжәғәт итеүсе меңәрләгән кешене һауыҡтырып, фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡ һөйөүен яҡлай.

 Мөжәүир хәҙрәт1876 йылда Баймаҡ районының Манһыр ауылында донъяға килә. Уға ун йәштәр самаһы булғанда ауылға килгән күренекле Зәйнулла ишан уның “өлөшлө” бала булғанын һиҙемләй, шуға күрә уның атаһына был балаға ғилем бирергә кәрәклеген аңғарта. Ғәиләләренең аҡсаһыҙлығы, етешһеҙлеге арҡаһында Мөжәүиргә даны сыҡҡан Троицк мәҙрәсәһендә белем алыу насип булмай, шуға күрә Муллаҡай ауылына юллана. Унда ул данлыҡлы Ғабдулла Сәйеди хәҙрәттең һабаҡтарын ала. Уҡып сыҡҡас, ғүмер буйы тыуған ауылында йәшәй. 1967 йылда 91 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә.

Халыҡ араһында изге хәҙрәт менән ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Шуға күрәлер ҙә яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның уның тураһында китап сығарыуы, халыҡтың был китапты яратып ҡабул итеүе күренекле шәхесебеҙ Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиә булып яңғыраны. Был китапты йәше-ҡарты, төрлө һөнөр вәкилдәре ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып, кешеләр төрлө яҡтарҙан шылтыратып, авторға ҙур рәхмәттәрен еткерә.

Юғарынан кәрәмәт бирелгән, уйы изгелектә, күңеле яҡшылыҡта булған һайлам зат изгеһе Мөжәүир хәҙрәткә Аллаһы Тәғәләнең барлығын берлеген танымаған дәһриҙәр яла яғып, уны төрмәгә ябалар, яманатын таратып, унан кешеләрҙе биҙҙерергә тырышалар. Әммә уларҙың уйҙары тормошҡа ашмай, бер төркөм хаҡ юлдан, диненән яҙлыҡҡан әҙәмдәрҙең һүҙе-һүҙ булмай. Үҙенең яҡты йөҙө, эскерһеҙлеге, милләт айырмауы, ихласлығы менән меңәрләгән кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙыусы яҡташыбыҙ, илаһи көс эйәһе Мөжәүир хәҙрәт халыҡ хәтерендә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырып, уның күңелендә мәңге йәшәй.

Гастролдәр теҙмәһе:

2 апрелдә Баймаҡ районы Ишмырҙа
3 апрелдә Беренсе Этҡол
4 апрелдә Темәс ауылдарында
5 апрелдә Йылайыр районы Матрайҙа
6 апрелдә Сибай драма театрында
16 апрелдә Әбйәлил районы Байым
17 апрелдә Йәнгел ҡасабаһы
19 апрелдә Михайловка ауылында
18 апрелдә Хәйбулла районы Маҡан
20 апрелдә Баймаҡ районы Урғаҙы
23 апрелдә Әбйәлил районы Сиҙәм ҡасабаһында
24 апрелдә Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында үтәсәк тамашаларға рәхим итегеҙ.

Башлана 19.00 сәғәттә. Белешмәләр өсөн телефондар 89377827103, 89272389373.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb