Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында “Өфө асыҡ хаттарҙа” исемле күргәҙмә эшләй

Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында “Өфө асыҡ хаттарҙа” исемле күргәҙмә эшләй

БР милли музейының филиалы - Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында “Өфө асыҡ хаттарҙа” исемле күргәҙмә эшләй. Уны ойоштороуҙа Өфө ҡалаһы тарихы музейы һәм крайҙы өйрәнеүсе Владимир Буравцов булышлыҡ итте.

Күргәҙмәлә Башҡортостандың иҫтәлекле урындары һәм урамдары төшөрөлгән һирәк осраған  ХХ быуаттың асыҡ хаттары урын алған. Улар өфөләрҙең бер нисә быуынын берләштерә. ХХ быуат башындағы асыҡ хаттарҙы Владимир Буравцов бирһә, совет осоро ҡотлау ҡағыҙҙарын Өфө ҡалаһы тарихы музейы тапшырҙы.

Күргәҙмә октябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb