Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәләнде

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда 2018 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары асыҡланды. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.

Премия Энгель Зәйнетдиновҡа, Миләүшә Ҡаһармановаға (Хәбилова), Венера Ситдиҡоваға тапшырыла.

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы — иҡтисади фәндәр кандидаты. Уны «Ватандаш» журналында, «Республика Башкортостан» һәм «Истоки» газеталарында баҫылып сыҡҡан материалдар; «Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)» (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн «Ватандаш» журналы редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Ҡаһарманова (Хәбилова) Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы — «Киске Өфө» газетаһы хәбәрсеһе. Уны «Киске Өфө» газетаһында баҫылған публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн «Киске Өфө» газетаһы редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһы комментаторы. Уны «Башҡорттар», «Рухиәт», «Яҙмыштарҙа — ил тарихы» тапшырыуҙары өсөн «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы тәҡдим итте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb