Шишмә районында «Ҡатыҡ байрамы» уҙғарыла

Шишмә районында «Ҡатыҡ байрамы» уҙғарыла

23 сентябрҙә Шишмә районында «Ҡатыҡ байрамы» уҙғарыла. Район мәҙәниәт һарайы алдындағы асыҡ майҙанда «Милли ихата» һәм «Милли аш-һыу» темаларына презентациялар ойоштороласаҡ, улар Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй төбәктәренең ижади коллективтары тәҡдим иткән төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәттәренең байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтәсәк.

Шулай уҡ оҫталарҙан һәм һөнәрселәрҙән биҙәү-ҡулланма сәнғәте тауарҙарын һатыу, күргәҙмә үткәреү планлаштырыла. Бынан тыш, милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Байрам ҡунаҡтары өсөн бай концерт программаһы әҙерләнә, унда Башҡортостандың иң яҡшы милли ижади коллективтарының сығыштары инәсәк.

«Ҡатыҡ байрамы» Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли аш-һыуы традицияларын тергеҙеүгә, һаҡлауға, йәш быуынды үҙ халҡының мәҙәниәтенә һәм традицияларына ылыҡтырыуға йүнәлтелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb