Шағирә Гөлфиә Юнысоваға - 75 йәш

Шағирә Гөлфиә Юнысоваға  - 75 йәш

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, йәмәғәт эшмәкәре, журналист Гөлфиә Юнысоваға 75 йәш. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы әҙәбиәткә балалар өсөн яҙған шиғырҙары менән килеп инә, кескәйҙәрҙең күңел донъяһын төптән аңлаған балалар шағирәһе булып таныла. Ошо өлкәләге уңышлы ижады өсөн шағирә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә. Гөлфиә Юнысова шиғырҙарында тормош, йәшәйеш, көрәш, рухиәт, әхлаҡи тәрбиә, кешелеклелек кеүек мәңгелек төшөнсәләр өҫтөнлөк ала. Әҙибәне күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, мул уңышлы ижад баҫыуы теләйбеҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb