Шағир, журналист, дәүләт эшмәкәре Нияз Сәлимов 60 йәшлек юбилейын билдәләне

Шағир, журналист, дәүләт эшмәкәре Нияз Сәлимов 60 йәшлек юбилейын билдәләне

Әҙиптең тыуған көнөндә уның ике яңы китабының исем туйы үтте. Башҡортостан Милли китапханаһына Нияз Сәлимовты ҡотларға ҡәләмдәштәре, яҡындары һәм студенттар йыйылды. Авторҙың "Шәхестәр иңендә халҡым яҙмышы" тип исемләнгән йыйынтығы республикабыҙҙың тарихи датаһы - 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан донъя күрҙе.

Йыйылған ҡунаҡтар шағирҙың ижады тәрән мәғәнәле, күп яҡлы тип билдәләне. Нияз Сәлимов, балалар шағиры, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та танылыу яулаған шәхес. Уның шиғырҙарында фәлсәфәүи уйланыуҙар, илһөйәрлек, мөхәббәт, дуҫлыҡ темалары күтәрелә.

Ниязбай Булатбай улы Сәлимов 1958 йылдың 27 сентябрендә Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. Шунан бер йыл тыуған ауылы мәктәбендә директор була.

1990 йылда Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының «Звезда» — «Йондоҙ» гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән.1991 йылда Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып үҙ аллы башҡортса «Табын» гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы ерлегендә 1993 йылда Ниязбай Сәлимов Ырымбур башҡорттарының «Каруанһарай» гәзитен нәшер итә.

Бер монография, ике брошюра, балалар өсөн дүрт китап авторы, фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫылған тиҫтәләгән хеҙмәте донъя күргән.

1997 йылдан алып Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй. 2001 йылдан граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегенә етәкселек итә.

2011—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй.

2015 йылдың сентябренән Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb