Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы яңы китап донъя күрҙе

Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы яңы китап донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә күренекле башҡорт шағиры, журналист һәм публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарёв, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Назар Нәжми исемендәге премиялар лауреаты   Ирек Кинйәбулатовтың «Бер йәшәргә тыуҙым» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡ шағирҙың  тыуыуына һикһән йыл тулыу айҡанлы баҫтырылды. Китап БР Хөкүмәте ярҙамы менән донъя күрҙе.

«Башҡортостан – беҙҙең оябыҙ», «Ҡырмыҫҡалы дәфтәренән»,  «Табындарға табыныу», «Бағышлауҙар», «Арнауҙар», «Ауыр яҙмышлы халыҡтың шағиры булыу ауыр…», «Ижади портреттар», «Иҫтәлектәр» исемле бүлектәрҙән төҙөлгән йыйынтыҡта шағирҙың быға тиклем донъя күрмәгән әҫәрҙәре (2013 – 2016 йылдарҙа яҙған шиғырҙары) һәм ҡәләмдәштәренең шағир хаҡында иҫтәлектәре индерелде. Йыйынтыҡҡа шулай уҡ шағирҙың арҙаҡлы шәхестәргә (Н. Нәжмигә – «Йыр яҡтыһы», З. Биишеваға – «Йөрәктәге һәйкәлдәр», Советтар Союзы Геройы, генерал Т. Кусимовҡа – «Арғымаҡта», Д. Бүләковҡа – «Ир яҡшыһы илгә ярай», халыҡ йырсыһы И. Смаҡовҡа – «Беҙҙең заман моңдары») поэма-бағышлауҙары ингән.

Йыйынтыҡты төҙөүсе һәм баш һүҙ яҙыусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай һүҙен түбәндәгесә тамамлай: «Бына шуға ла шағирҙың бөтә ғүмере буйына яҙған китабын алдашмай ғына, ихлас күңеленән халҡына арнауына барлыҡ уҡыусылары, меңләгән шиғриәт һөйөүселәр ышанды, ысын күңелдән ҡабул итте. Һәм әле лә ышана».

Әҙәбиәт һөйөүселәр, китап уҡыусылар шағир Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәтен, әҙәби мираҫын ысын күңелдән генә ҡабул итеп кенә ҡалманы, ә рухи аҙыҡ булараҡ уның менән йәшәне лә һәм йәшнәне лә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb