«Шаяндар һәм отҡорҙар» клубының икенсе ярымфинал үтәсәк

«Шаяндар һәм отҡорҙар» клубының икенсе ярымфинал үтәсәк

2019 йылдың 19 ноябрендә Мәсәғүт ауылындағы Район мәҙәниәт йортонда «Шаяндар һәм отҡорҙар» клубының икенсе ярымфинал үтәсәк. Башлана 16-00 сәғәттә. 

Башҡорт Шаяндары һәм отҡорҙар клубы ҡатнашыусылары хәрәкәтте республиканың ҡала һәм райондарында үҫтереүҙе дауам итә. Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән Грантына ярашлы, “Төньяҡ-көнсығыш”, ”Көньяҡ”, ”Урал аръяғы” (көньяҡ-көнсығыш райондар), ”Төньяҡ-көнбайыш” лигалары ойошторолған. Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ лигаһы уйындары миҙгеле өс конкурс этабынан тора: төбәк (зона) фестивале, ярымфинал уйындары, финал уйындары.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb