Шаран районында Сөмбөлә байрамы үтте

Шаран районында Сөмбөлә байрамы үтте

Күптән түгел Шаран районының Йәрәмкә ауылында Сөмбөлә байрамы уҙғарылды. Республиканың социаль-мәҙәни үҙәктәрендә боронғо милли йолаларға нигеҙләнгән саралар йыш ойошторола. Йәрәмкә ауылында  Сөмбөләгә халыҡ таҡмаҡ әйтеп бейене, ижади коллективтар концерт ҡуйҙы. Ауыл халҡы үҙ баҡсаһында үҫтергән йәшелсә, емеш- еләктән, сәскәләрҙән күргәҙмә ойошторҙо.

Сөмбөлә - әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған көҙгө бүайрам. Электән көҙ яҡынлашһа, уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары, көрәш ярышы уҙғарылған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр салғандар, ололарҙан фатиха алғандар.

Йәрәмкә социаль-мәҙәни үҙәге директоры Әлфирә Әхмәтова әйтеүенсә, күргәҙмәне ойоштороуҙа барлыҡ ауыл халҡы ҡатнашҡан, мул уңыш емештәре, күҙ яуын алырҙай сәскәләр килтерелде, ти.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb