Режиссер Мөсәлим Күлбаевҡа – 50 йәш!

Режиссер Мөсәлим Күлбаевҡа – 50 йәш!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли Йәштәр театрының урыҫ трупаһының художество етәксеһе һәм режиссеры, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт премияһының лауреаты Мөсәлим Георгий улы Күлбаев уҙенең 50 йәшен билдәләй.

Мөсәлим Күлбаев 1969 йылда тыуған. 1993 йылда ул Ҡабарҙы-Балҡар университеттын, ә 1997 Мәскәүҙә Б.В.Щукин исемендәге театр училещеһын тамамлаған.

1999—2010 йй. һәм 2011 йылда алып БР Милли Йәштәр театрында урыҫ труппаһының баш режиссёры, бер үк ваҡытта 2012 й. башлап художество етәксеһе. 1996 й. алып Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрының художество етәксеһе, 2010—11 йй. баш режиссёры.

Режиссерҙың постановкалары сағыу театраллек – тәьҫирлепластика, һығылмалылыҡ, юмор, үҙенсәлекле сәхнә алымдары һәм интерпретациялары менән айырылып тора: Г.Корнелиссондың «Золушка», Р.Киплингтың «Джунглиҙар китабы» буенса А.И.Ганичевтың «Беҙҙең ҡаныбыҙ бер» («Мы с тобой одной крови»), П.Бомаршеның «Тынғыһыҙ көн, йәки Фигароның өйләнеүе» («Безумный день, или Женитьба Фигаро»), Е.Л.Шварцтың «Яланғас король» («Голый король») спектаклдәре һ.б. «Аяуһыҙ уйындар» («Жестокие игры»; А.Н.Арбузов), «Убыр ғаиләһе» («Семья вурдалака»; В.В.Сигарев), «Алтын болоттоң ҡуныуы» («Ночевала тучка золотая»; А.И. Приставкин) спектаклдәрендә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙең социаль һәм әхлаҡи мәсьәләләре күтәрелә. «Икегеҙҙең дә өйөнә чума» («Чума на оба ваши дома»; Г.И.Горин) спектакле ҙур уңыш яулай (репертуарҙа 10 йылдан ашыу; бөтәһе лә — Милли Йәштәр театры). Башҡорт драма театры сәхнәһендә К.Гольдониҙың «Йәрең көнләп ғәйбәт һөйләп…» («Кьоджинские перепалки»); Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында Т.Уильямстың «Орфей тамуҡҡа төшә» («Орфей спускается в ад»), Н.Р.Эрдмандың «Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы» («Самоубийца»), А.П.Чеховтың «Апалы‑һеңлеле өсәү» («Три сестры»), Гориндың «Геростратты онотоу» («Забыть Герострата») һ.б. спектаклдәрен ҡуя.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb