“Сағылыштар” ("Отражения") күргәҙмәһе асыла

“Сағылыштар” ("Отражения")  күргәҙмәһе асыла
11 февралдә “Облака” заманса сәнғәт үҙәгендә “Сағылыштар” ("Отражения") күргәҙмәһе асыла. Яңы күргәҙмәлә Мәскәү рәссамы, анималист Сергей Строгановтың эштәре ҡуйылған. Ул гиперреализм йүнәлешендә ижад итә, рәсемдәрендә ентекле техника һәм бай образлылыҡ берләшә. Ҡәләм менән төшөрөлгән фотореалистик һүрәттәр күптәрҙе шаҡ ҡатыра, тиҙәр күргәҙмәне ойоштороусылар. Күпселек эштәр әҙәби әҫәрҙәргә, атап әйткәндә Эзоп һәм Лафонтен мәҫәлдәренә нигеҙләнеп ижад ителгән. Күргәҙмә төрлө йәштәге ижад һөйөүселәргә тәғәйенләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb