Санкт-Петербургта Халыҡ-ара мәҙәниәт форумы уҙғарыла

Санкт-Петербургта Халыҡ-ара мәҙәниәт форумы уҙғарыла

Тиҙҙән 14-17 ноябрҙә Санкт-Петербургта VII Халыҡ-ара мәҙәниәт форумы уҙғарыла. Сара барышында Башҡортостан Республикаһы һәм күләмле мәҙәни ваҡиға — VI Бөтә донъя фольклориадаһы менән таныштырыу сараһы ойошторола. Башҡортостан Республикаһының презентацияһы 15 ноябргә билдәләнгән һәм Эрмитаждың Төп штабында уҙғарыла.

Проекттың маҡсаты — форум ҡунаҡтарын илдең алдынғы төбәктәренең береһе менән таныштырыу, республика имиджын халыҡ-ара саралар үткәреү өсөн ҙур мәҙәни һәм инфраструктура ҡеүәтенә эйә субъект булараҡ нығытыу.

Форумда халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Линар Дәүләтбаев етәкселегендә республиканың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының сығыш яһауы көтөлә.

Оркестр заманса милли программа тәҡдим итә. Оркестр менән бергә Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары — халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Марсель Ҡотоев һәм Евгений Чугаев сығыш яһаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb