"Самрау" балалар театр студияһы үтеп барған йылға йомғаҡтар яһай

"Самрау" балалар театр студияһы үтеп барған йылға йомғаҡтар яһай

  25 декабрь көнө,  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә "Самрау" балалар театр студияһы сығыш яһаясаҡ.

Йыл һайын Яңы йыл алдынан театр эргәһендә эшләп килгән "Самрау" балалар театр студияһы үтеп барған йылға йомғаҡтар яһай. Быйыл да "Самрау" студияһы барлыҡ тамашасыларҙы, дуҫтарҙы, атай-әсәйҙәрҙе үҙенең Отчет концертына саҡыра. Концерт 19.00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә уҙасаҡ.

Быйылғы миҙгелдә студияла 19  бала шөғөлләнә, улар сәхнәлә үҙҙәренең тәүге аҙымдарын яһап та өлгөрҙө инде. Мәҫәлән, беҙҙең театрҙың репертуарында барған “Ҡаһым түрә”, “Февраль.Буран…”, “Мулла”, “Ай тотолған төндә, “Руди - never off” , “Ике төш”, “Нәркәс”, “Шәүрәкәй”, исемле сәхнә әҫәрҙәрендә ҡатнашалар. Хатта студияла шөғөллөнеүсе Ильназар Әхмәтйәнов коллектив менән бергә үҙенең тәүге ижади сәфәренә лә сыҡты - Ҡазан ҡалаһында уҙған гастролдәргә барҙы. Бейеү буйынса ла йәш артистар еңеү яуланылар - “Китапты бейеп күрһәтәбеҙ” исемле асыҡ республика конкурсында “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған бейеү өсөн I урынға лайыҡ булдылар.

Студияла ижади тормош гөрләй, йәш артистар аҙнаһына ике тапҡыр үҙҙәренең уҡытыусылары менән осрашыуға, мауыҡтырғыс дәрескә, танылған сәхнә артистары менән йәнә аралашырға, тип театрға ашыға.

Йәш таланттар тәҡдим иткән күңелле этюдтар, шаян һәм лирик бейеүҙәр, шиғырҙар, йырҙар тыңларҙа рәхим итегеҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb