"Самрау" балалар студияһы миҙгелен аса - сәхнә серҙәренә төшөнөргә теләүсе балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йыя

"Самрау" балалар студияһы миҙгелен аса - сәхнә серҙәренә төшөнөргә теләүсе балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йыя

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп килгән "Самрау" балалар студияһы 7 -се миҙгелен аса - сәхнә серҙәренә төшөнөргә теләүсе балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йыя.

Театр артистары - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Суфия Ҡорбанғәлиева, Урал Әминов һәм режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев балалар менән дәрестәр алып барасаҡ.

Уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы 1-се октябрҙән үҙ эшен башлай. Студия 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡабул итә.

Актер оҫталығы, сәхнә теле дәрестәре уҙғарыла, шулай уҡ йәш артистар репертуарҙағы спектаклдәрҙә лә ҡатнаша. Рәхим итегеҙ! Һорауҙар менән студияның етәксеһе Урал Фирғәт улы Әминовҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Бәйләнештә селтәрендә «Самрау» төркөмөнең һылтанмаһы: https://vk.com/club61312969

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb