Салауат театры Ноғман Мусиндың әҫәрен сәхнәләштерҙе

Салауат театры Ноғман Мусиндың әҫәрен сәхнәләштерҙе

Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә Ноғман Мусиндың “Ике ир һәм бер ҡатын” повесы буйынса  спектакль күрһәтелде. Инсценировка авторы - Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Зөһрә Бураҡаева. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы рәссамы - Лилиә Хисмәтуллина (Мәскәү ҡалаһы), композиторы - Илсаф Вәдүтов (Өфө ҡалаһы), хореографы - Ольга Даукаева (Өфө ҡалаһы), яҡтыртыу буйынса рәссамы - Евгений Лисицын (Мәскәү ҡалаһы), вокал буйынса педагогы - Айгөл Ғайсина (Салауат ҡалаһы).

Театр фойеһында тамашасылар өсөн Ноғман Сөләймән улының тормошона арналған күргәҙмә ойошторолдо. Тыуған ауылы Ишембайҙа Ноғман Мусин исемендәге музей бар, унда уның шәхси әйберҙәре һаҡлана. Театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина унда барып, кисә өсөн ҡиммәтле экспонаттар алып ҡайтты. Бындай экспонаттарҙың береһе - авторҙың тәүге эш хаҡына 1964 йылда һатып алынған һәм башҡорт шрифтын үҙе эшләгән баҫма машинаһы. Бынан тыш, тамашасылар уның мауығыуҙары менән яҡынданыраҡ таныша алды, ул төрлө яҡлы кеше булараҡ асылды - умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгән, ағастан әйберҙәр эшләү буйынса оҫта булған. Күргәҙмәне күреп, тамашасылар һәм ҡунаҡтар үҙҙәре өсөн Ноғман Мусин тормошонан яңы факттар асты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb