Салауат музейы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә саралар серияһын үткәрҙе

Салауат музейы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә саралар серияһын үткәрҙе

 Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Шайморатов генералдың данлы бөйөклөгөн мәңгегә яуланы» батырлыҡ дәресе үтте.

Сарала Салауат индустриаль колледжының 1 курс студенттары ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауат тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында тематик экскурсиялар, музей ҡаһарманлыҡ һәм хәтер дәрестәре, уҡыусылар өсөн мәҙәни-мәғариф программалары үткәрелә. Сараларҙың төп маҡсаты - уҡыусыларҙың Ватаныбыҙҙың тарихы тураһында белем багажын тулыландырыу, Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһында күҙаллауҙарҙы киңәйтеү. Маҡсатыбыҙ - ҡыйыу аҙымдар өлгөһөндә илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләү.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb