16 декабрҙә, «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Салауат Башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса ҡуйылған «Ерҙәштәр» спектаклен тәҡдим итәсәк.
Ҡуйыусы режиссеры, повестың инсценировка авторы – Антон Федоров. Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы – Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары – Гөлшат Зыязетдиновтар, Гөлсәсәк Шәрипова, Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар – Рөстәм Фазылов, театрыбыҙҙың йәш артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Әмир Үтәбаев, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Нәркәс Йомағужина, Радик Ғәлиуллин һәм Радмир Дәүләтбаев.