Рәсәйҙә "Аҡтаныш гармундары" фестивале уҙа

Рәсәйҙә "Аҡтаныш гармундары" фестивале уҙа

Татарстандың Аҡтаныш районында  27 - 28 июль көндәрендә “Аҡтаныш гармундары” Бөтә Рәсәй фестивале үтә.

“Аҡтаныш гармундары” Бөтә Рәсәй фестивалендә барлығы 300 гармунсы ҡатнашасаҡ. Рәсәй Федерацияһының  7 регионынан ғаризалар ҡабул ителгән. Исемлектә: Һамар, Төмән, Киров өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия республикалары бар.

Фестиваль Аҡтаныштың Һабантуй майҙанында, тәбиғәттә  үтәсәк.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, “Аҡтаныш гармундары” фестивале ике бәйгенән тора: беренсе бәйге ике номинациянан ғибәрәт:  гармунсы  ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһы.  Балалар ансамблдәре  айырым баһаланасаҡ. Икенсе бәйге гармун тартышы тип атала, йәғни  көйҙәр кем-кемдән уҙҙырыбыраҡ уйнай тигән ярыш ҡаралған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb