Рәсәй Президенты грантына башҡарылған Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе проекты сиктәрендә “Илһам” конкурсы ҡатнашыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте

Рәсәй Президенты грантына башҡарылған Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе проекты сиктәрендә “Илһам” конкурсы ҡатнашыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте

Күптән түгел Башҡортостан Яҙыусылар союзында Рәсәй Президенты грантына башҡарылған Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторолған “Илһам” конкурсы ҡатнашыусылары өсөн билдәле әҙиптәр ике көн дауамында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова менән яҙыусы һәм драматург, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин проза серҙәренә төшөндөрһә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина шиғриәт тураһында һөйләне. Йәш ижадсылар остаздарына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, төрлө мәсьәләләр буйынса уларҙың фекерен ишетте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb