Рәмил Йәнбәк ижадына арналған “Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин...” конкурсы иғлан ителде

Рәмил Йәнбәк ижадына арналған “Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин...” конкурсы иғлан ителде

Күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәйнәб Биишева, Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәк башҡорт шиғриәте һәм матбуғаты тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. 

Видеоконкурстың маҡсаты:
Башҡорт теленә, башҡорт һүҙенә һәм шиғри һүҙ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү;
Рәмил Йәнбәктең ижадын мәңгеләштереү һәм халыҡҡа таратыу;
Шиғыр һөйләүселәр араһында таланттарҙы асыҡлау.

Шарттары:
Рәмил Йәнбәктең  бер шиғырын ятларға һәм тасуири уҡып видеоға төшөрөп, “Ағиҙел” журналының төркөмөнә “предложить новость” тигән урынға йәки 89177858098 номеры буйынса телеграмда ебәрергә кәрәк.

Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.
Музыкаль йәһәттән биҙәлгән композицион сюжетлы видеоларға бер аҙ өҫтөнлөк бирелһә лә, төп шарт булып шиғырҙың йөрәген “аңлап”, тыңлаусы-уҡыусыға еткереү маһирлығы ҡала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb