Рәми Ғарипов тураһында фильмда балалар ролдәренә кастинг иғлан ителде

Рәми Ғарипов тураһында фильмда балалар ролдәренә кастинг иғлан ителде

Өфө режиссеры  Булат Йосопов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған “Рәми. Шағир көндәлеге” тулы метражлы фильмын төшөрә. Фильмда ҡатнашыу өсөн 8-ҙән 13 йәшкә тиклемге малайҙар талап ителә. Кастингтың беренсе этабы онлайн форматта үтәсәк. Заявкалар 10 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Бының өсөн: 1) видеоға башҡорт телендә шиғыр (проза), нәҫер уҡып төшөрөргә кәрәк; 2) видео аҫтында исем-шәрифегеҙҙе, йәшегеҙҙе һәм ауыл-ҡалағыҙҙы күрһәтеү мотлаҡ; 3) анкетаны тултырығыҙ, видео менән фотоны һалығыҙ.

Ебәрелгән эштәрҙе ҡарағас, кандидаттар Өфөгә саҡырыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb