Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестиваленең программаһы

Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестиваленең программаһы

Өфөлә 7 сентябрҙән алып 24 сентябргә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында  Рудольф Нуриев исемендәге XXII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтә. Сәнғәт оҫталары форумы «Шахерезада», «Шопениана», «Половецкие пляски» тигән балеттар менән асыла.

Халҡыбыҙҙың талантлы улы Рудольф Нуриев исемен йөрөткән мәртәбәле фестиваль республикабыҙҙың ижади тормошонда айырым бер урын биләп тора.

Фестиваль 1993 йылда уның тәҡдиме менән ойошторола башлай. Сарала Рәсәйҙән, сит илдәрҙән билдәле бейеү оҫталары, театр труппалары ҡатнаша. Быйылғы фестивалдең географияһы тағы ла киңәйә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестивалдә «Кремлёвский балет» һәм Рәсәйҙең Ҙур театрҙың (Мәскәү), Мариин һәм Михайлов театрының (Санкт-Петербург), Б.Эфманың балет театрының, Л.Якобсондың балет театрының (Санкт-Петербург), М.Йәлил Татар опера һәм балет театрының, Словакия милли театрының солистары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ  Бавария иленән Мәскәү, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларынан балет труппаларының килеүе көтөлә.

Фестивалдең программаһы афишала.

Сығанаҡ: Известна программа XXII Международного фестиваля балетного искусства имени Рудольфа Нуреева 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb