Режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа «Василий Шукшин» миҙалы тапшырылды

Режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа «Василий Шукшин» миҙалы тапшырылды

Өфөлә М.Горький исемендәге Ырымбур драма театрының художество етәксеһе, режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафиловҡа «Василий Шукшин» миҙалы тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы Василий Шукшиндың хикәйәләре буйынса «Милые люди» спектакленән һуң уҙҙы. Миҙалды яҙыусы Михаил Чванов тапшырҙы. Сәхнәгә күтәрелгәс, ул труппа алдында тубыҡланып, сәнғәт өсөн рәхмәт белдерҙе. Рифҡәт Исрафиловты бүләкләп, яҙыусы тантана режиссерҙың туған театры сәхнәһендә үтеүен билдәләне.

«Өфөләге гастролдәрҙә Рифҡәт Исрафиловтың «Милые люди» исемле спектакле бик шәп булды. Бында барыһы ла бар — юмор, карнавал. Ҡайғы икән, өнһөҙ, шатлыҡ йәки сараһыҙлыҡ икән, дәртле бейеү. Бында Василий Шукшин хикәйәләренең мөхите тойола», — тип спектакль хаҡында үҙ фекерен белдерҙе драматург һәм журналист Анна Ерошина.

«Василий Шукшин» миҙалы танылған рус яҙыусыһы, режиссер һәм актер Василий Шукшиндың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан булдырылған. Был тәҡдимде «Бийский вестник» альманахының баш мөхәррире Виктор Буланичев индергән, ойоштороусылар — Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы һәм Алтай крайы хакимиәте. «Василий Шукшин» миҙалы мәҙәниәткә, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә ҙур өлөш индергән өсөн тапшырыла. Рифҡәт Исрафилов — 248-се бүләкләнеүсе.


Сығанаҡ...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb