Режиссер Булат Йосопов Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрә башлады

Режиссер Булат Йосопов Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрә башлады

Режиссер Булат Йосопов Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрә башлауҙары хаҡында хәбәр итте.

«Шағир көндәлеге» тип аталған фильм арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тормош һәм ижад юлын һүрәтләйәсәк. Рәми Ғариповтың образын Артур Ҡунаҡбаев һынландырасаҡ.

«Рәми Ғарипов – үҙе артынан әҙәбиәт мәктәбен булдырған, уҡыусылар үҫтергән шәхес. Минең был фильмда уның киләсәк шағиры икәнлегенә лә баҫым яһағым килә», - ти Булат Йосопов.

Әйткәндәй,  «Бабич» – трилогия форматындағы проекттың нигеҙе, йәғни беренсе өлөшө, «Беренсе республика» уның дауамы булып торһа, Рәми Ғарипов тураһындағы фильм – был проекттың өсөнсө өлөшө.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-startovali-syomki-filma-o-bashkirskom-poete-rami-garipove 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb