Республиканың 100 йыллығына яңы энциклопедия баҫылып сыҡты

Республиканың 100 йыллығына яңы энциклопедия баҫылып сыҡты

 Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына «Башҡортостан Республикаһы» исемле энциклопедия баҫылып сыҡты.

Энциклопедияның баш мөхәррире — Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, яуаплы мөхәррире — «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте директоры Уйылдан Сәйетов.

Баҫмала Башҡортостан, уның тарихы, Рәсәйҙә һәм донъяла биләгән урыны һәм роле тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Энциклопедияла төп иғтибар республиканың төрлө йылдарҙағы ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади хәленә йүнәлтелгән.

Китап ике бүлектән тора. Беренсеһенә төбәктең тарихын, Башҡортостандың сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошон сағылдырған күҙәтеү очеркы индерелгән. Икенсе бүлек алфавит тәртибендә урынлашҡан төшөнсәле һәм биографик мәҡәләләрҙе үҙ эсенә ала.

Энциклопедия рус һәм инглиз телдәрендә әҙерләнгән, 1800-ҙән ашыу мәҡәлә ингән. Баҫмала 2100-ҙән күберәк иллюстрация һәм 70-тән артыҡ карта бар. Энциклопедияның күләме — 145,6 иҫәп-нәшриәт табағы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb