Республикала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы үтә

Республикала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы үтә

Башҡортостанда 2020-2021 йылдарҙа «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы бара. Конкурс «Етегән» республика башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторолған. 7 зонаның 4-һендә - Саҡмағош, Мәләүез, Илеш һәм Күгәрсен райондарында онлайн-форматта жюри ғаиләләрҙең ижади презентацияларын ҡарап, финалсыларҙы билдәләне.

Саҡмағош районында ҡатнашыуға ғариза биргән 11 ғаиләнән Бүздәк районынан Кәримовтар, Саҡмағош районынан Ильясовтар һәм Әлшәй районынан Ҡотлозамановтар конкурстың республика этабына үтте.

Мәләүез ҡалаһында 12 ғаиләнән жюри Стәрлетамаҡтан Ишмөхәмәтовтарҙы, Мәләүез районынан Суҡбаевтарҙы һәм Миәкә районынан Ғәниевтарҙы һайлап алды.

Илеш район мәҙәниәт йортонда Илеш районынан ике ғаилә финалға сыҡты. Улар – Шәрәфетдиновтар һәм Әхмәтйәновтар, Краснокама районынан – Шәрифуллиндар, Нефтекама ҡалаһынан — Яхузиндар финалда ҡатнашасаҡ.

Күгәрсен районы Мораҡ ауылында зона этабына Сибайҙан, Межгорьенан, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы райондарынан һәм Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районынан һигеҙ ғариза бирелгәйне. Жюри Йәнбәковтар (Сибай), Әбүбәкеровтар (Межгорье) һәм Халиҡовтар (Баймаҡ районы) ғаиләләрен еңеүсе тип билдәләне.

Конкурстың ошо этабынан һуң башҡа зоналарҙа киләһе турға үткән 21 ғаилә иғлан ителә. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2021 йылдың 1 мартында «Етегән» байрамы – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb